Баш бит

300-ләп телдәге ирекле интернет энциклопедияның
башҡортса бүлегендә 60 321 мәҡәлә бар.

Уны төҙөүҙә һәр кем ҡатнаша ала.
Һеҙҙе лә берҙәм ирекмәндәр ғаиләһенә саҡырабыҙ!
Welcome to the Embassy! * Добро пожаловать в Посольство!
Порталдар

Башҡортостан
Башҡортостан шәхестәре
Башҡортостан ауылдары

Фән
География
Тарих

Техника
Йәмғиәт
Ислам


Яңы портал: Башҡорт әҙәбиәте

Әүҙем порталдар: Башҡорт әҙәбиәте, Бөрйән, Салауат, Нуриман райондары
Һайланған мәҡәлә
Баһрам Гур фирүзә йәшел һарайҙа. 1524/1525 йылғы миниатюра. Герат мәктәбе. Метрополитен-музей, Нью-Йорк

«Ете гүзәл» (фарс. هفت پیکر — Хафт пайкар) — фарсы поэзияһы классигы Низами Гәнжәүиҙең 1197 йылда фарсы теленда яҙылған һәм «Хәмсә» исемле йыйынтығына ингән дүртенсе поэмаһы. Әҫәр Мараға хакимы Әләәтдин Көрпә-Арслан ибн Ағ-Сонғорға бағышланған. Поэманың исемен ике төрлө тәржемә итеп була — «ете портрет» тип тә, «ете гүзәл» тип тә. Әҫәрҙең исеменән үк уға метафора хас булыуы күренә. Низами һүҙ уйнатыу аша уға ике мәғәнә һалынған исем биргән.

Поэманың сюжетына сәсәни шаһы Баһрам Гур (420—439 йылдар) тураһында риүәйәт ятҡан. Поэманың яртыһын тиерлек Баһрамдың ҡатындарының ете хикәйәһе тәшкил итә, был батшабикәләр ете сатыр һарайҙа йәшәй, һәр сатыр, боронғо мифологияға ярашлы, берәй планетаға һәм аҙнаның бер көнөнә бағышлана һәм төҫө лә шуға бәйле.

Поэманың яҙылыу ваҡыты аныҡ ҡына билдәле түгел. Низами Гәнжәүи үҙе ижадының һуңы тип атаған «Искәндәрнамә»не 1202 йылда тамамлаһа ла, нәҡ «Ете гүзәл» шағирҙың һуңғы поэмаһы тип һанала. Поэманы яҙыу сәбәбен аңлатҡан бүлектә Низами Көрпә Арслан шаһтан сапҡын килеп, уға поэма яҙырға заказ биреүен һөйләй. Поэма өсөн ҙур хаҡ вәғәҙә ителә, әммә тема һайлау хоҡуғы Низами Гәнжәүиҙә ҡала.

Баһрам тыуғас, аҡаһаҡалдар кәңәше буйынса уны ғәрәп батшаһы Номанға тәрбиәгә оҙаталар. Номан әмере буйынса, яңы Карнак һарайы төҙөлә. Бер заман һарай бүлмәләренең береһендә Баһрам ете илдән ете принцессаның портретын күрә һәм уларға ғашиҡ була.

Атаһы мәрхүм булғас, Баһрам Фарсияға ҡайта һәм тәхеткә ултыра. Батша булғас, Баһрам ете принцессаны эҙләтеп ала һәм уларға өйләнә. Ул архитекторға ҡатындарының һәр береһенә берәрҙән ете мөһабәт бина төҙөргә бойора. Архитектор Баһрамға, астрологияға ярашлы, һәр илгә, йәғни Ер шары бүленгән һәр «бүлкәткә» ете планетаның береһе тап килгәнен һөйләй һәм Баһрамға һәр һарайҙы шул планеталарға тап килгән төҫтәр менән биҙәргә кәңәш бирә. Баһрам архитектор тәҡдимен башта етди ҡабул итмәһә лә, һуңынан ризалаша.

Төҙөлөш тамамланғас, принцессалар үҙ һарайҙарына урынлаша. Баһрам һәр принцесса янына аҙнаның билдәле бер көнөндә килә: шәмбе — ҡара көмбәҙле һарайҙа йәшәгән һинд принцессаһына, уға Сатурн идара итә, йәкшәмбе — Төркөстан (Ҡытай) принцессаһына, ул Ҡояш хакимлығында һары көмбәҙле һарайҙа йәшәй, дүшәмбе — йәшел көмбәҙле һарайға Айға буйһонған хәрәзем принцессаһы янына, шишәмбе — ҡыҙыл көмбәҙле һарайҙағы һәм Марсҡа буйһоноулы славян принцессаһына, шаршамбы — Мәғриб принцессаһына, ул, Меркурийға буйһоноп, фирүзә йәшел көмбәҙле һарайҙа йәшәй, кесе йома — сандал ағасы төҫөндәге көмбәҙле һарайҙа йәшәгән Руми (Византия) принцессаһына, уға Юпитер идара итә, йома — Сулпан йондоҙона буйһоноп, аҡ көмбәҙ аҫтында йәшәгән Иран принцессаһы янына килә. Баһрам принцессалар эргәһенә уларҙың һарайы төҫөндәге кейем кейеп килер була. Һәр принцесса батшаға ниндәй ҙә булһа кәйефкә һәм уны асҡан төҫкә ярашлы тарих һөйләгән. Һәр новелланың сюжеты һөйөү кисерештәренә ҡорола, ҡара төҫтән аҡҡа күскәндә ябай хислелек илаһи мөхәббәткә алмашына бара

↪ дауамы…:

Исемлек (122) | Үҙгәртеү

Яҡшы мәҡәлә

Сәлимов Марсель Шәйнур улы (3 ғинуар 1949 йыл) — Башҡортостандың сатирик һәм юмористик шағиры һәм яҙыусыһы, журналист һәм тәржемәсе, йәмәғәт эшмәкәре. Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы (2021). 1988 йылдан СССР-ҙың Яҙыусылар һәм 1976 йылдан — Журналистар союздары ағзаһы. Рәсәй Журналистар союзының Федератив советы ағзаһы (2016). Башҡортостан Республикаһының халыҡ яҙыусыһы (2021), Дуҫлыҡ ордены кавалеры (1999), Рәсәй Федерацияһының (1993) һәм Башҡорт АССР-ының (1990) атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Башҡортостан Хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы лауреаты (1998).

Марсель Шәйнур улы Сәлимов 1949 йылдың 3 ғинуарында Башҡорт АССР-ы Борай районының Сәйет-Көрйә ауылында тыуған.

1956—1964 йылдарҙа үҙ ауылындағы һигеҙ йыллыҡ мәктәптә уҡый, 1966 йылда Ҡалтасы районының Красный Холм ауылындағы урта мәктәпте бөтөрә.

1966 йылда Башҡорт дәүләт университетының филология факультетына уҡырға инә. Бында яҡшы уҡыусы филологтарға бирелгән Радищев стипендияһын ала, уҡыу йортоның йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашҡаны һәм ғилми эштәр менән даими шөғөлләнгәне өсөн Башҡорт дәүләт университетының ВЛКСМ һәм профсоюз комитеттарының Маҡтау грамоталарына лайыҡ булып, 1971 йылда университетты «ҡыҙыл диплом» менән тамамлай.

Шул уҡ йылда, Совет Армияһының запастағы офицеры булараҡ, хеҙмәткә алына һәм СССР Ҡораллы Көстәренең Төньяҡ ғәскәри төркөмө составында Польша Халыҡ Республикаһы территорияһында ике йыл хәрби хеҙмәт үтә. Хәрби һәм сәйәси әҙерлектәге уңыштары, өлгөлө тәртибе һәм фиҙакәр хеҙмәте өсөн Маҡтау грамотаһы менән әрменән ҡайтҡан Марсель Сәлимов — отставкалағы майор.

1973 йылда запасҡа ҡайтарылғандан һуң, хеҙмәт эшмәкәрлеген республика сатира һәм юмор журналы «Һәнәк»тә әҙәби хеҙмәткәр булып башлай. Журналистикала етерлек тәжрибә туплаған һәм абруйлы Свердловск юғары партия мәктәбен «ҡыҙыл диплом» менән тамамлаған Марсель Сәлимов 1980 йылда баҫманың баш мөхәррире итеп тәғәйенләнә. Был вазифала 2010 йылда хаҡлы ялға сыҡҡансы эшләй.


↪ дауамы…

Исемлек (111) | Үҙгәртеү

Сифатлы мәҡәлә, исемлектәр, порталдар

Һуңғы сифатлы мәҡәлә: Хәмит Зөбәйер Ҡушай.

Һуңғы һайланған исемлек: Нобель премияһын алған ҡатын-ҡыҙҙар исемлеге.

Һуңғы һайланған портал: Башҡортостан ауылдары.

Сифатлы мәҡәләләр (17) | Исемлектәр һәм порталдар (1, 1) | Үҙгәртеү

Аҙна рәсеме

Үҙгәртеү | Архив

Бөгөн: 5 август ♦ Кисәге: 4 август ♦ Иртәгә: 6 августБарлыҡ көндәр

Christmas bell icon.png Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар

Sciences de la terre.svg Халыҡ-ара
Crystal locale.png Милли
Social sciences.svg Һөнәри
  • Америка Ҡушма Штаттары АҠШ: Блогер көнө.
  • Беларусь Беларусь: Финанс тикшереү органдары хеҙмәткәрҙәре көнө.
  • Латвия Латвия: Тимер юлсылар көнө.

5 август юбилярҙары

Ҡыҙыҡ мәғлүмәт

Үҙгәртеү | Архив | Тәҡдим

Яңы мәҡәлә

Мәҡәлә оҫтаһы | Тиҙ башланғыс

Тел